«

»

Распечатать Запись

30.08.2017. Видеорепортаж БСТ об инвестиционном проекте по созданию производств сухих и готовых строительных смесей в Абзелиловском районе РБ

Был проект өсөн инвесторҙар 200  миллион евро бүлә. Завод төҙөлөшө 2018 йылдың икенсе кварталына ҡаралған, ә тәүге продукцияны ошо уҡ йылдың   көҙөнә етештерә башлау күҙаллана.

Әбйәлил районы хакимиәтенең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге етәксеһе Фоат Мәхийәнов яңы асыласаҡ  завод хаҡында тулы  мәғлүмәткә  эйә. Әлеге ваҡытта буласаҡ предприятие өсөн  тейешле рәсми документтар әҙерләнә. Заводтың генераль планы раҫланған, йәмәғәт тыңлауҙарында уға 100 гектар ер бүленәсәге хаҡында һөйләшелгән.
Башта Беренсе май ауылы эргәһендәге карьерҙы эшкәртеүгә  төбәк халҡы ҡаршы сыға. Әммә экологияға зыян килмәйәсәгенә тәшәнгәс, ҡаршылар  ҡалмай. Ауылдарҙан вәкилдәр экологик күҙлектән хәүефһеҙ  Ласселсбергер фирмаһы заводтарын барып ҡарай һәм был төҙөлөштөң ерле халыҡ йәшәйешенә тик ыңғай йоғонто яһаясағына инана. Яңы эш урындары барлыҡҡа килеү ҡартая башлаған ауылдарҙы тергеҙеү һәм унда йәштәрҙе ҡалдырыу өсөн дә ҡулай буласаҡ. Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләүселәр һаны ла бермә-бер кәмейәсәк.
Беренсе май  ауылында ғына  бөтәһе 439 кеше йәшәй. Улар араһында хеҙмәт йәшендәгеләре 219. Ошоға тиклем халыҡ Мәкәүгә ,Санкт -Петербургҡа, Себергә һәм Алыҫ Көнсығышҡа вахта менән йөрөп эшләгән. Яңы завод был күренеште туҡтатыр һәм төбәк инфраструктураһы үҫешен тәьмин итер, тип көтөлә.
Беренсе май  ҡасабаһы эргәһендә урынлашҡан был мәрмәр эзбизташ ятҡылығын эшкәртеү 500-ҙән ашыу кешегә хеҙмәт урындары булдырасаҡ. Ауыл халҡы бер төптән ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары заводы тиҙерәк эшләп китеүен түҙемһеҙләнеп көтә. Яңы производство ауыл, район үҫешенә генә түгел, тотош Республика һәм ил үҫешенә лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.

Смотрите видеорепортаж здесь.

По информации Башкирского спутникового телевидения

Постоянная ссылка на это сообщение: http://prt.pravitelstvorb.ru/?p=10603