«

»

Распечатать Запись

02.02.2018. Районы Зауралья превращаются в центр легкой промышленности

Әле бер нисә районда тиҫтәләгән тегеү цехы эшләп килә. Быйыл Баймаҡ ҡалаһында киңәйтелгән етештереү цехы асыласаҡ. Ул республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Оҙаҡ йылдар себер тарафтарында төрлө ерҙә эшләп, тормош күргән Рәил Байегетов быны яҡшы белә. Ситтә йөрөп ялҡҡас, ул тыуған Таулыҡай ауылына ҡайтып яңы асылған цехҡа килә.

2016 йылда яңы предприятие асылғас элекке уҡытыусы, тәрбиәсе, мал ҡараусы, һауынсы, хужабикәләр машинка артына ултырып яңы һөнәр үҙләштерә. Буш торған бинала хәҙер тормош гөрләй. Магнитогорск ҡалаһынан инвестор кейем тегеү цехын асыуға 5 миллион һум тирәһе аҡса һалған. Улар 3 йыл эсендә Баймаҡ, Йылайыр һәм Әбйәлил райондарында 8 предприятие асыуға өлгәшә. Бизнес халыҡтың эшләргә теләүенән башланды, ти ойошма етәксеһе Линара Заһитова. Еңел сәнәғәт йүнәлешен һайлаған предприятие Урал аръяғы райондарында 200-ҙән ашыу кешене эш менән тәьмин итә. Дөйөм инвестициялар күләме 60 миллион һумдан артҡан. Балалар өсөн, йылы кейемдәр, футболка, халат, һәм әлбиттә, эш өсөн махсус формалар. 2 йыл эсендә предприятие 150 төр кейем-һалым тегеүҙе яйға һала. Әле махсус заказ буйынса ҙур партия һатыуға әҙерләнә. Ә был төрөлгәндәре ошо көндәрҙә Магнитогорск ҡалаһына оҙатыласаҡ. Барлыҡ продукция күмәртәләп һатып алыусыларға китә.

Эшҡыуарҙың маҡсаты – үҙ кибетен асыу. Ә быныһы район үҙәгендә урынлашасаҡ 9-сы объект. Бында әҙер продукцияны һатып алыусыға еткереү һәм интернет магазин асыу күҙаллана. Баймаҡтағы элекке һыра ҡойоу заводы бинаһында әле күләмле ремонт бара. 1 мең квадрат метр майҙанды алып торған буласаҡ цехта 200 кешегә эш урыны булдырылырға тейеш. Ул Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемелегенә ингән. Әйткәндәй, үҫеш корпорацияһы бизнес план һәм юридик оҙатыу йәһәтенән ярҙамды тулыһынса үҙ өҫтөнә ала. Был инвесторға буш майҙан табыу һәм бюрокртаик ҡаршылыҡтарҙы еңел хәл итергә ярҙам итә. Тиҙҙән тегенселәргә вакансиялар Сибай ҡалаһында ла буласаҡ, бында 10-сы цех асыу күҙаллана.

https://gtrk.tv/heberzer/72773-bashkortostandyn-ural-aryagy-rayondary-enel-sngt-tobgen-yln

Постоянная ссылка на это сообщение: http://prt.pravitelstvorb.ru/?p=11484