«

»

Распечатать Запись

19.04.2018. Аграр туризм Әбйәлил районында

Әбйәлил районында аграр туризм программаһын тормошҡа ашырыу буйынса курстар үткәрелде. Уҡыуҙар федераль ҡаҙнанан финанслана һәм Урал аръяғы райондарын социаль- иҡтисади үҫтереүгә йүнәлтелә.

Ағасҡа бәйләнгән арҡан буйлап йөрөү, сәләмәтлекте нығытыу һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлыҡтар. Әбйәлил районында йәшәүсе Әхтәмовтар туристик базаны биш йыл элек асҡан. Ял итеү үҙәге йыл әйләнәһенә эшләй, туристар ҡыш саңғыла шыуа. Балалар өсөн дә махсус трасса бар. Туйҙар һәм юбилейҙар, байрамдар үткәреү өсөн бөтә шарттар булдырылған.

“Аттракциондарыбыҙ бар, бассейн, унда балалар шар эсендә һыуҙа йөрөйҙәр, һикерә торған батут, 3 квадроцикл, 3 тюбинг трассаһы бар”.Спорт туризмы фирмаһы етәксеһе Лидар Әхтәмов

Ял итеү урынына Әбйәлилдән генә түгел, Белореттан,Сибай һәм Магнитогорск ҡалаларынан да киләләр. Әүҙем ял — модала. Тик ошондай шарттар тыуҙырыусы базалар әлегә күп түгел. Аграр бизнесты үҫтереү юлдарын өйрәтеү мөһим. Ауыл хужалығында һәм аграр туризмда эшҡыуарлыҡ проблемалары Әбйәлил районында үткән түңәрәк өҫтәлдә ҡаралды һәм махсус уҡыуҙар ойошторолдо.

“Хөкүмәттең ярҙамын ҡайҙан алырға, нисек башларға? Әгәр кеше хөкүмәттән ярҙам алам да, шунан эшләй башлайым, тип өмөтләнә икән, уның ҡарашы дөрөҫ түгел. Кеше эшләйем, тип башларға тейеш”.Башҡортостандың ауыл хужалығын консультациялау үҙәге директоры Ирек Сакаев

Сарала муниципалитеттарҙа туризм өсөн яуаплылар, аграр туризм менән шөғөлләнеүселәр һәм ошо тармаҡта эш башларға йыйыныусылар ҡатнашты. Кәңәшмәлә Рәсәй өлкәләренән дә эксперттар сығыш яһаны. Сит ил һәм Рәсәй төбәктәрендәге тәжрибәләр миҫалға килтерелде.

“Аграр туризымды күтәрергә, яңы бейеклектәргә күтәрергә. Беҙең республикалағы төпкөл райондарҙағы эшҡуарҙарға үҫеш юлдарын бирәбеҙ”.Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү фондының финанс директоры Азамат Юлғотлин

Курстар федераль ҡаҙнанан финанслана. Ул республиканың Урал аръяғы райондарын социаль-иҡтисади үҫтереүгә йүнәлтелә.

Репортаж

Башкирское спутниковой телевидение

 

Постоянная ссылка на это сообщение: http://prt.pravitelstvorb.ru/?p=11944